

Ҡатын-ҡыҙға IТ-өлкәһендә эшләү өсөн әҙерлек кәрәкмәй. «Һанлы иҡтисад» милли проекты ярҙамында әҙерләнгән курстарҙа теләгән һәр кем белем алырға мөмкин.
Программалар әҙерләүсе булыу ҙа мотлаҡ түгел — индустрияла дизайнерҙар, проект менеджерҙары һәм башҡа белгестәр талап ителә. Дәрестәрҙә IТ-өлкә биргән мөмкинлектәр тураһында белеп һәм һөнәр һайлап була. Курстарҙа әлеге ваҡытта эшләп йөрөүселәр ҙә яңы белем аласаҡ һәм Рәсәй белгестәре берләшмәһенә инәсәк.
«IТ-ла ҡатын-ҡыҙҙар» — бушлай программа. Ул 45 һорауҙы үҙ эсенә алған тестан һәм 8 видеороликты берләштергән «IТ-ға инеш» белем биреү курсынан тора.
Уҡыу өсөн женщинывит.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Унда IТ-өлкәһендә уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарҙың тарихы менән танышырға була.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан