Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2023, 17:43

Хәйбулла күгендә - төньяҡ балҡыш

Төньяҡ балҡышы йәки һаҙағай (русса - северное сияние) Төньяҡ полюсҡа яҡын райондарға хас, әммә был юлы түгел. Бөгөн мөғжизәле тәбиғәт күеренешен  хәйбуллалар ҙа күҙәтә алды.

Төньяҡ балҡышы йәки һаҙағай (русса северное сияние) Төньяҡ полюсҡа яҡын райондарға хас, шуға күрә Рәсәйҙең төньяғында йәшәүселәрҙе төнгө күктә шундай матур күренеш ғәжәпләндермәй. Әммә Башҡортостанға ла, уның иң көньяҡ райондарының береһе Хәйбулла еренә төньяҡ балҡышы ғәҙәттә барып етмәй. Әммә был юлы түгел. Бөгөн мөғжизәле  төндә  хәйбуллалар төньяҡ балҡышын күҙәтә алды.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас