Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2023, 07:13

Шахмат турниры

Мәмбәт ауылында "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә һәм ырыуҙашыбыҙ Мәмбәтов Марат Сабирйән улының яҡты иҫтәлегенә арналған район буйынса шахмат турниры үтте.

Шахмат турнирыШахмат турниры
Шахмат турниры

Ярышҡа дүрт ауыл биләмәһенән ике тиҫтәгә яҡын ҡатнашыусы килде. "Туржы ынйылары" фольклор коллективы ҡаршы алғандан һуң ауыл, арҙаҡлы шәхестәр тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирелде. Ауыл имамы Марат Сабирйән улының рухына бағышлап доға ҡылды. Китапханасы китапхана эшенә һәм китаптар күргәҙмәһенә байҡау яһаны. Артабан эште судья Мәмбәтов Реналь Әхмәтйән улы үҙ ҡулына алды. Уйын бик сәмле барҙы. Һәр ауыл биләмәһе вәкилдәре лә еңеүгә ынтылышы менән айырылып торҙо. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның маҡсаты - "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусы ауылдар араһында рухи бәйләнеш нығытыу, тәжрибә уртаҡлашыу. Бер нисә ауылды берләштергән бындай төр саралар бәйгелә ҡатнашыусы һәр ауыл биләмәһендә тиерлек ойошторолоп килә. Ҙур ойошҡанлыҡ менән үткән муниципаль этаптың һөҙөмтәләре ай аҙағында билдәле буласаҡ. Еңеү яулаған ауыл район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас