Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2023, 06:41

3 ноябрҙә республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш көнө көтә

-

3 ноябрҙә республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш көнө көтә3 ноябрҙә республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш көнө көтә
3 ноябрҙә республикала йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш көнө көтә

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 3 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ярашлы, 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө — байрам көнө. Быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнө шәмбегә тура килә, шуға йома эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡара. 4 (шәмбе), 5 (йәкшәмбе) һәм 6 (дүшәмбе) ноябрь — ял көндәре.

Йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 4 ноябрҙәге байрам көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-02/3-noyabrya-zhiteley-bashkirii-zhdet-sokraschyonnyy-rabochiy-den-3503056

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Валерий Шахов
Автор:
Читайте нас