

Әбеш ауылында "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабы сиктәрендә "Шәжәрәлә милләтем тарихы" исеме аҫтында фәнни-ғәмәли конференция үтте. Фәһемле сарала Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, Ҡыуандыҡ районы Имәнтамаҡ ауылы вәкилдәре саҡырылды. Шулай уҡ күрше ауыл биләмә вәкилдәре, райондың тарих фәне уҡытыусылары, ауыл халҡының олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Конференция сиктәрендә үҫәргәндәр ырыуы тарихы һәм Әбеш ауылы шәжәрәһе хаҡында һүҙ барҙы.
Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең киләһе һанында баҫыла