

Мари Эл Республикаһының Волжск ҡалаһына 13-14 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар командалары араһында лапта буйынса бөтә Рәсәй спорт ярыштары үтте. Ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының төрлө субъекттарынан командалар ҡатнашты. Район һәм Башҡортостан Республикаһы исеменән 1-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары (тренеры Әнәс Ҡотоев) сығыш яһаны. Районыбыҙҙың йәш спортсылары 4-се урынды алды. Ҡотлайбыҙ!
Ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының 11 субъектынан 10 егет һәм 10 ҡыҙ командаһы көс һынашты. Ярыштар артабан өлкәндәрҙең йәш категорияһында: 15-17 йәшлек юниорҙар беренселегендә, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы кубоктарында һәм чемпионаттарында ҡатнаша алған спортсылар резервын әҙерләү йәһәтенән мөһим спорт сараһы булып тора.