

Аҡъяр ауылында йәшәгән Флүрә менән Урал Сынбулатовтарҙың сәстәрен-сәскә бәйләүенә 60 йыл тула. Әйтеүе генә еңел. Төптән уйлап ҡараһаң, улар әллә күпме бай тарихты һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы кисергән.
Урал Шаһигәрәй улы Әбүбәкер ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған.
–Атайым фронттан ҡайтманы, ул ваҡытта миңә 2 генә йәш булған. Үҫә төшкәс, әсәйемә колхозда ярҙам иттем. 10 йәшемдә ауыл көтөүен, артабан колхоздың йәш малдарын, быҙауҙарын көттөк. Әсәйем ауырып үлеп ҡалғас, ете класс ҡына бөттөм, артабан уҡырға форсат булманы. Ул ваҡытта сиҙәм күтәреү осоро сәскә атҡан ваҡыт ине, тракторҙа прицепщик булып эшләнем. Артабан йүнәлтмә буйынса бер йыл Йылайырҙа ауыл хужалығы мәктәбендә зоотехник һөнәренә уҡып, таныҡлыҡ алдым,–тине Урал Сынбулатов.
Уҡып бөткәс, Әбүбәкер ауылына ҡайтып, колхозда ферма мөдире булып эш башлай, алты айҙан һуң, әрме хеҙмәтенә алына. Глазов ҡалаһында өс йыл хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, Аҡъярҙа күп фатирлы йорттар төҙөлөшөндә ҡатнаша. Район үҙәгендә киске мәктәптә уҡый, 1963 йылда милиция бүлегендә эш башлай. Шул ваҡытта Аҡъяр ҡыҙы Флүрә Хәким ҡыҙын осратып, сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Өфөлә хеҙмәте буйынса 3 ай курс үтә. Дежур инспектор, участковый һәм төрлө вазифаларҙы башҡара. Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә 23 йыл эшләп, капитан званиеһында хаҡлы ялға сыға. Артабан да тик ултырмай төрлө тармаҡта эшләй.
Флүрә Сынбулатова тыуған йылда һуғыш башлана. Атаһын фронтҡа алалар, 1945 йылда ул еңеү менән ҡайта. Йәш ҡыҙ урта мәктәпте тамамлай, әммә фронтовик атаһы ауырығас, артабан уҡып тормай. Йәш ҡыҙ әсәһе менән тороп ҡалғас, почтаға эшләргә бара. Телеграмма, гәзит тарата, оператор, баш кассир ҙа булып уңышлы эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, почтала хеҙмәт итә. Тормош үҙ яйы менән бара, ваҡыт арбаһы тәгәрәүен дауам итә. Өс балаға ғүмер бирәләр. Бөгөн уларҙың 8 ейән-ейәнсәре, 3 бүлә-бүләсәре бар.
Өлкән ҡыҙҙары Дилә Садовый ауылында үҙ ғаиләһе менән бәхетле йәшәй. Иптәше менән ике ул үҫтергәндәр. Аҡъяр мәктәбендә балалар уҡыта. Улдары Наил ЕДДС хеҙмәтендә эшләй, ҡатыны Светлана менән дүрт ул тәрбиәләйҙәр. Динәләре Аҡъяр дауаханаһында эшләй. Хәсәновтар ғаиләһендә ике ҡыҙ тәрбиәләнә.
–Беҙ ғаиләлә өс быуын йәшәнек. Өләсәй, әсәй- атайым һәм беҙ. Беҙҙең ғаилә бик татыу, матур тәрбиә алдыҡ. Атайыма һаман да аптырайым, ул үҙе 3 йәшендә генә иртә атайһыҙ ҡала, йәғни атай тәрбиәһенән мәхрүм була. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә яҡшы атай булды. Беҙ тыуған һайын улар балаларына бағышлап алмағастар ултыртҡандар. Иҫемдә, бәләкәй саҡта беҙҙе етәкләп, боҙ ташҡанын ҡарарға алып бара торғайнылар. Атайым менән ярышып китаптар уҡый инек. Ә беҙҙең әсәйҙең бешергән бәлештәре шул тиклем тәмле, уҡыған саҡта күстәнәс итеп ебәрһә, иптәш ҡыҙҙар иҫтәре китеп ашай торғайны. Яҡшы тәрбиә, белем бирҙеләр. Әле лә 8 ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, ярҙам итәләр. Донъя булғас төрлө хәлдәр, ауыр ваҡыттар була. Ҡыйын булып китһә, атай-әсәйемә барһам, рәхәт булып ҡала. Улар үҙҙәренең кәңәштәрен биреп, ярҙам итеп торалар. Беҙ уларҙан тормош көтөргә өлгө алдыҡ. Улар 60 йыл матур итеп йәшәйҙәр, шуның 29 йылын өләсәйем менән бергә йәшәнеләр. Уларға ҡарап, беҙ ҙә матур итеп йәшәргә тырышабыҙ. Эшкә лә өйрәттеләр. Әле үҙебеҙ оло йәшкә етеп килһәк тә, ошо әсәйле-атайлы булыуы үҙе ҙур бәхет. Бөтә балалары һәм ейәндәре исеменән атай-әсәйемде етеп кигән матур юбилейҙары менән ҡотлайым, – тине өлкән ҡыҙҙары Дилә Баҡтыбаева.
Ауылда йәшәгәс, мал-тыуар аҫрамай булмай, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек. Флүрә инәй менән Урал олатай ҙа һәр ваҡыт күпләп мал аҫрағандар, һаман да тоталар, әле күпләп ҡош-ҡорт көтәләр. Үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, картуф һәм башҡа төрлө йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй улар.
–Тормош юлында төрлөһөн кисерҙек, төрлө ваҡыттар булды, әммә икең татыу булғас, тормош ауырлығы әллә ни һиҙелмәне, – ти юбилярҙар.
–Атай-әсәйемдең бер ҙә тик ултырғанын күрмәнем. Гел дә эшләнеләр, күпләп мал тоттолар. Тырыш булдылар. Атайым хаҡлы ялға сыҡҡас, йәй етһә, үҙенең матайы менән бесәнгә сығып китә ине. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Ҡәҙерлеләребеҙҙе яңғыҙлатмайбыҙ, ярҙам итеп, хәлдәрен белешеп торабыҙ. Һикһән йәште үтһәләр ҙә шәптәр, һаман да йүгереп йөрөйҙәр, Аллаға шөкөр, – тине улдары Наил Сынбулатов.
Улар әле лә етеҙлектәрен, һөйкөмлөлөктәрен юғалтмағандар. Бер тән, бер йән булып ғүмер иткәнгәме, күңелдәрендә кешеләргә ҡарата ла тик изгелек кенә. Шуға ла ауылдаштары араһында ла абруйлы ғаилә булып иҫәпләнәләр. Флүрә инәйҙе мин шәхсән алдан белә инем. Йыл да район гәзитенә яҙылып, отош уйынына квитанцияһын индерә. Шундай ҙур ғорурлыҡ менән иптәшенең исеменә яҙҙырып ҡуя. Урал олатайҙы шундай ҙур хөрмәт менән ҡарай ул. Өй хужаһы Урал Шаһигәрәй улы үҙе тураһында яйлап һөйләй, һәр бер йылын ғына түгел, көнөн дә иҫләй. Пунктуаль булыуы әле лә асылып ята. Флүрә инәй ҙә тормош иптәшенә оҡшаған. Ул өйҙә уңайлы мөхит, таҙалыҡ, тәртип булдыра, тәмле аштар бешерә.
Юбилярҙар менән әңгәмәне тамамлағас, инәй етеҙ ҡуҙғалып:
–Әйҙә, әйҙә, түргә үтегеҙ, ҡайтмайһығыҙ әле, хәҙер сәй ҡайнай, сөкөрләшә-сөкөрләшә бергә тәмләп сәй эсеп алырбыҙ,–тине. Сәй ҡайнағансы, хеҙмәт ветерандары Маҡтау ҡағыҙҙары, наградаларын, иҫтәлекле фотоларын ҡарап, йәшлек йылдарын иҫкә алдылар. Ә инде сәй табынында һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхетте татыусы парға һорау биреп, ғүмер йомғағын һүттек.
–Бергә ғүмер итеп ҡартайыуға ни етә! Бына быйыл бергә йәшәүебеҙгә декабрь айында 60 йыл да туласаҡ, – ти улар.
Нисек танышыуҙары, өйләнешеүҙәре тураһында һорағас, икәүләшеп йылы хәтирәләргә бирелделәр.
–Шөкөр матур итеп татыу йәшәнек, 3 бала тәрбиәләп үҫтерҙек, барыһы ла күҙле – башлы булдылар, һәйбәт йәшәйҙәр, үҙҙәре балалар үҫтерәләр, үҙҙәре ҡартатай-өләсәй. Хәҙер беҙҙең 8 ейән-ейәнсәрҙәребеҙ, 3 бүлә-бүләсәләребеҙ бар. Уларҙың ҡыуаныстарына, изгелектәренә төрөнөп йәшәп ятабыҙ, – тиҙәр шатланып олатай менән өләсәй. Икеһенең дә хәтерҙәре бик яҡшы. Ауыл, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар улар.
Урал олатай: «Ғаилә мөнәсәбәттәрен асыҡларға ваҡыт ҡалмаһын өсөн бер туҡтауһыҙ эшләргә генә кәрәк. Тырыш кешегә эш күп ул»,–тине. Уның хеҙмәт йылдарын хәтерләгәндә, эшен нисек яратҡаны асыҡ сағыла ине.
Ғүмерҙең бормалы һуҡмаҡтарына, ҡаршылыҡтарына бирешмәй үткән, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Сынбулатовтар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!
Гүзәл Бохарбаева.