Мутлашыу – бөгөнгө көндә киң таралған милек енәйәттәренең береһе. Кеҫә телефонына «Яҡынығыҙ аварияға осраны, тиҙ арала аҡса кәрәк» тип шылтыратыу йәки пенсионерҙарға «собес»тан килеп иҫке аҡса купюраларын яңыға алмаштырыу осраҡтары – бындай енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле. Әммә еңел табыш эҙләүселәр бер урында тапанмай, алдашыуҙың яңы ысулдарын эҙләп таба. Мәкерле уйҙарын тормошҡа ашырыу өсөн улар заман технологиялары – интернет, социаль селтәрҙәрҙе, мессенджерҙар ҙа ҡуллана.
Замана бурҙарына кешенең банк картаһынан аҡса урлау бер ни тормай. Енәйәтселәр картаның реквизиттарын, кешенең исем-шәрифен һәм ПИН-кодты белһә, аҡсаға юл асыла.
Йыл башынан алып республикала дистанцион мутлашыу күләме өсләтә артҡан. Интернет – ике башлы таяҡ. Бер яҡтан ул коммуникацияны еңәләйтә, икенсе яҡтан, уның ярҙамында яуыз ниәтле әҙәмдәр һанаулы ғына минуттар эсендә һеҙҙең янсығығыҙҙы “таҙартыуы” мөмкин.
Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылда республикала мутлашыу осраҡтарының һиҙелерлек артыуы билдәләнә: һигеҙ ай эсендә 12 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән. Һуңғы 3 айҙа алданыусыларҙың 57-һе мәғариф учреждениелары, 41-е һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре, 714-е пенсионер һәм шулай уҡ, даими килем сығанағы булмаған кешеләр һәм үҙмәшғүлдәр. –2023 йылдың 8 айына анализ күрһәтеүенсә, Хәйбулла районында йәшәүсе 26 кеше мутлашыусылар ҡорбаны булған. Шуларҙың ҡайһылары телефон, интернет аша алданғандар. Бәғзеләрен кредит алырға өгөтләгәндәр. Һөҙөмтәлә, ағымдағы йылда хәйбуллалар аферистарға 8 миллион һум аҡса күсергән.
Шул иҫәптән, бер граждандың вкладтар буйынса инвестициялар һылтауы менән енәйәтселәр 5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын сәлдергән. Билдәһеҙ кешеләрҙең енәйәти ҡылыҡтары арҡаһында был граждандарға ҙур ғына күләмдә матди зыян килтерелгән.
Бындай енәйәттәр тураһында даими иҫкәртеп тороуҙарға ҡарамаҫтан, граждандар һаман мутлашыусылар тоҙағына эләгеүен дауам итә. Бында төп сәбәп – беҙҙең халыҡтың эскерһеҙ, бер ҡатлы, тиҙ ышаныусан булыуы. Бының менән мутлашыусылар оҫта файҙалана. Йәнә күптәр бындай енәйәттәрҙең нисек ҡылынғанын, енәйәтселәрҙең нисек еңел генә файҙа алыуҙарын белеп бөтмәй.
Мутлашыусыларҙың ҡармағына нисек эләкмәҫкә? Әгәр һеҙгә билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, туғандарығыҙҙың йәки таныштарығыҙҙың бәләгә тарыуы тураһында хәбәр итһә, мотлаҡ был туғандарығыҙға шылтыратып, хәлдәрен белегеҙ. Аҡса һалыр алдынан интернет селтәрҙәре аша аҡса һораған таныштарығыҙға ла шылтыратып белешегеҙ. Картағыҙ юғалһа йәки уны урлаһалар, банкҡа шылтыратығыҙ һәм картағыҙҙы блокҡа ҡуйыуҙарын һорағыҙ. Таныш булмаған сайттарҙан интернет аша тауар һатып алмағыҙ. Шулай уҡ, үҙегеҙ белмәгән сайттарҙан приложениелар, уйындар күсереп алмағыҙ, – тине Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең енәйәт эштәре бүлексәһе начальнигы урынбаҫары Руслан Аблаев.
Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы таныш булмаған кешеләрҙең, шул иҫәптән кредит ойошмалары һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең телефон аша талаптары буйынса аҡса күсермәҫкә саҡыра. Әгәр телефон аша һөйләшеүҙә һеҙгә банк иҫәбе менән бәйле проблемалар тураһында хәбәр итһәләр, аралашыуҙы тамамлап, яҡындағы банк бүлексәһенә йәки полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.
Гүзәл Бохарбаева.