Яңылыҡтар
23 Октябрь 2023, 15:42

Ямғыр, епшек ҡар, боҙлауыҡ...

-

Ямғыр, епшек ҡар, боҙлауыҡ...Ямғыр, епшек ҡар, боҙлауыҡ...
Ямғыр, епшек ҡар, боҙлауыҡ...

Синоптиктар фаразлауынса, шишәмбе, 24 октябрҙә, ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -2,+3, көндөҙ +4, +9° була.

Шаршамбы, 25 октябрҙә, епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, төндә урыны менән көслө, урыны менән тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙың айырым участкаларында тайғаҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -4, +1°, көндөҙ -1, +4°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда ҡар яуыуы сәбәпле юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡатмарлыҡтар килеп тыуҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-23/dozhd-mokryy-sneg-gololeditsa-v-bashkirii-poholodaet-do-4-gradusov-3488519

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина.
Автор:
Читайте нас