

Махсус хәрби операция зонаһынан йәнә ҡыуаныслы хәбәр!
Атингән ауылынан былтыр өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махус хәрби операцияға йүнәлтелгән Динар исемле яҡташыбыҙ Рәсәй Федерацияһы оборонаһы министрлығының “Хәрби батырлығы өсөн” II дәрәжәле миҙалы менән наградаланған. Ихлас күңелдән батыр яҡташыбыҙҙы һәм уның яҡындарын лайыҡлы награда менән ҡотлайбыҙ. Именлектә тиҙерәк тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Сығанаҡ: район хакимиәте.