Яңылыҡтар
19 Октябрь 2023, 09:19

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

-

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланыБашҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы
Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Төньяҡта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4, +9 градус.

Йома, 20 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр, төндә иһә ҡар ҡатыш. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2, көндөҙ +4, +9 градус.

Шәмбе, 21 октябрҙә, Башҡортостанда бер аҙ ямғыр яуыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көнсығыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, +2 градус, көндөҙ +2, +7.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-19/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-o-pogode-v-blizhayshie-dni-3483776

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Галина Бахшиева.
Автор:
Читайте нас