

1 кг ҡабаҡ, 500 гр. шәкәр ҡомо, 1/3 сәй ҡалағы лимон кислотаһы, 1 әфлисундың һуты һәм ҡабығы, теләк буйынса корица (дәрсен) һалырға мөмкин. Өҫтөнә һибеү өсөн шәкәр пудраһы кәрәк буласаҡ.
Шулай итеп, ҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Шәкәр ҡомо һибеп болғатабыҙ һәм төн буйы шулай тотабыҙ. 1 әфлисун һутын һәм ҡабығын һалырға, лимон кислотаһы өҫтәргә. Дәрсен дә һалырға була, тик ул ҡабаҡ тәмен бөтөрә, мин һалманым. 5 минут ҡайнатырға, ҡалаҡ менән болғатмағыҙ, төбөнә ултырмаһын өсөн әленән әле кәстрүлде һелкетеп ебәреү ҙә етә. Ҡапҡасын ҡаплап һыуытабыҙ. Шулай өс тапҡыр ҡабатларға. Йомшарған ҡабаҡтарҙың һутын һарҡытырға. Бешкән ҡабаҡтарҙы пергамент (силиконлы пергамент алығыҙ) йәйелгән һауытҡа тигеҙләп һалырға һәм 120 С ҡыҙыулыҡтағы духовкала бешерергә. Электр киптергесендә киптерергә лә була.
Артабан цукаттар өҫтөнә шәкәр пудраһы һибеп, ҡоро банкаға йәки ҡапҡасы ябыла торған контейнерга тултырып ҡуяһы ҡына ҡалды.
Роза Нургалиева.
Фотолар: https://vk.com/rozo4ka12