Яңылыҡтар
13 Октябрь 2023, 06:52

Пугачево ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша

*

Пугачево ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашаПугачево ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша
Пугачево ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша

Пугачево ауылы  ҙур түгел - ни бары 38 ихата иҫәпләнә һәм 60-лаған кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе - пенсионерҙар. Социаль объекттарҙан бында  клуб бар. Унда 20 йылдан ашыу «Ҡыҙыл тюльпандар» фольклор коллективы эшләүен билдәләп үтергә кәрәк.  Улар республика фольклор конкурсы лауреаты. Ансамблде ойоштороусы - 25 йыл хеҙмәт стажы булған элекке  киномеханик Зоя Васильевна Федорова. Әйткәндәй, ул урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә.

Эшмәкәрлектәре сыуаш халҡы мәҙәниәтен, уларҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән «Ҡыҙыл тюльпандар» ансамбле күптән инде Пугачево ауылының визит карточкаһына һәм брендына әүерелде. Быйыл ауыл халҡы «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Конкурс сиктәрендә уҙғарылған барлыҡ саралар үҙәгендә, нигеҙҙә, «Ҡыҙыл тюльпандар» коллективы ҡатнашыусылары. Улар күмәк көс менән төрлө экологик, хәйриә һәм мәҙәни акциялар ҙа ойоштора.


#ТрезвоеСело2023
#АйыҡАуыл2023

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас