

2023 йылдың 16 октябренә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу акцияһы үтә. Был ваҡытта почта аша район гәзитенә яҙылыу хаҡтары 10 процентҡа кәмей. Ошо арауыҡта 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылырға ашығығыҙ!
Яҙылыусылар араһында төрлө шәп бүләктәр уйнатабыҙ. Бының өсөн квитанцияларҙы редакцияла теркәргә кәрәк. Бынан тыш «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә (йәки ике район гәзитенә) яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. Мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ!