Яңылыҡтар
10 Октябрь 2023, 08:38

Урал аръяғында тәүге ҡар яуған

       

Урал аръяғында тәүге ҡар яуғанУрал аръяғында тәүге ҡар яуған
Урал аръяғында тәүге ҡар яуған

Урал аръяғында тәүге ҡар яуған. Урындағы халыҡ «Моя Уфа» телеграм-каналында фотоһүрәттәре менән бүлешкән. Был фотоны бөгөн иртән Бөрйән районының Аҫҡар ауылында төшөрөп алғандар. Баймаҡ, Йылайыр райондарында ла ҡар күҙе төштө, тип яҙалар социаль селтәрҙә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн, 10 октябрҙә, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ республикала бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас