Яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 09:15

10 октябрҙә Башҡортостанда — ҡыҫҡа эш көнө

-

10 октябрҙә Башҡортостанда — ҡыҫҡа эш көнө10 октябрҙә Башҡортостанда — ҡыҫҡа эш көнө
10 октябрҙә Башҡортостанда — ҡыҫҡа эш көнө

10 октябрҙә Башҡортостан халҡын ҡыҫҡа эш көнө көтә, тип хәтергә төшөрҙөләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 11 октябрь — Республика көнө — Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән көнө.

2023 йылда байрам көнө — 11 октябрь шаршамбыға тура килә.

«Шишәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 11 октябрҙәге байрам — Республика көнө отпускының календарь көндәренә индерелмәй», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-10-09/10-oktyabrya-v-bashkirii-sokraschennyy-rabochiy-den-3471197

Автор:Галина Бахшиева.
Автор:
Читайте нас