Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2023, 05:34

Тирә-йүнгә иман нуры сәсә

.

Тирә-йүнгә иман нуры сәсәТирә-йүнгә иман нуры сәсә
Тирә-йүнгә иман нуры сәсә

1994 йылда 1-се Мырҙа ауылында иман йорто барлыҡҡа килгән. Был ваҡытта элекке совхоз ҡарамағындағы бинаны мәсет итеп үҙгәрткәндәр. Бының тураһында һигеҙ йыл ауыл имамы вазифаһын башҡарған Вәкил Сабитов һөйләне.
–Киләһе йыл мәсетебеҙ асылыуына 30 йыл тула. Уның бинаһы насар хәлдә булғас, ауылдаштар, ситтә йәшәгән яҡташтар ремонтлау өсөн аҡса йыйҙы. Шулай уҡ БШПУ йәмғиәте ярҙамы менән төҙөлөш материалдарын алып, ҡыйығын яптыҡ, профлист менән соланын көпләнек. Эске яҡтан да тулыһынса гипсокартон менән ҡапланыҡ, – ти ауылдың имамы.
Ремонттан һуң мәсет күркәмләнеп, тирә-йүнгә йәм таратып, иман нуры сәсеп ултыра.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас