

Даян Кәримов бына ике йыл инде Өфө ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып уңышлы эшләп йөрөй. Ул 1-се Мырҙа ауылы тураһында:
–1-се Мырҙа ауылында бөтәһе 146 кеше йәшәй. Шул иҫәптән хаҡлы ялдағылар һаны 39 кеше, мәктәпкәсә йәштәгеләр – 3 сабый, 7-18 йәшлектәр – 21 кеше, эшкә яраҡлылар – 83 кеше. Ауылда 66 йорт, мәктәп, клуб, мәсет, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Әммә үкенескә күрә фельдшер юҡ.
1-се Мырҙала башлыса урта һәм оло йәштәгеләр йәшәй. Халыҡ дуҫ, татыу донъя көтә, төрлө сараларҙа, байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша. Ауылда эш булмау сәбәпле, күптәр вахта ысулы менән яҡындағы тау-мәғдән предприятиеларында эшләйҙәр.
“Башзолото” йәмғиәте ярҙамы менән уҙған йылда ФАП һәм мәктәптә ҡоймалар алыштырылды. Быйыл 1-се Мырҙа ауылының 200 йыллығы билдәләнде. Ошоға бәйле лә төрлө төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.
Ауылда бер фермер йә эшҡыуар ҙа теркәлмәгән. Шулай ҙа тырышҡан йүнен табыр тигәндәй, ауыл халҡы зарланып, эш юҡ тип көтөп ултырмай: шәхси хужалыҡтарында күпләп эре һәм ваҡ малын үрсетеп, күркәм баҡса үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр.
Тулы мәҡәләне гәзиттең 39-сы һанында уҡығыҙ.