Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2023, 05:49

Мәҙәни тормош гөрләй

.

Мәҙәни тормош гөрләйМәҙәни тормош гөрләй
Мәҙәни тормош гөрләй

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ғүмерҙәре буйына сәнғәткә тоғро ҡалып, кешеләргә һәләт емештәрен һәм оҫталығын бүләк итә, үҙҙәренең ижады менән көндәлек мәшәҡәттәрҙе оноттора, тормошобоҙҙо онотолмаҫ тәьҫораттар менән байыта.

Лидия Ниғәмәтова Түш ауылына 1991 йылда килен булып төшкәс, тап шул йылда клуб асыла. 1999 йылда ул мәҙәниәт усағында урынлашҡан китапханала эш башлай. Ә 2015 йылдан бөгөнгәсә клуб хеҙмәткәре булып тырышып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә уның етәкселегендә күпме мәҙәни саралар, ҙур байрамдар үткәрелгән, ижади коллективтар тиҫтәләгән конкурстарҙа лайыҡлы сығыш яһаған.
–Йыл һайын уҙғарылған традицион байрамдарҙан тыш, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Кейеҙ баҫыу йолаһы», «Ҡамыр байрамы» кеүек күләмле саралар үткәрелде. «Ағинәйҙәр» клубын ойошторҙом. Унда бик дәртле, ут кеүек янып торған Гөлъямал Бараҡова, Венера Бараҡова, Фәтхиә Кинйәбаева, Зәйнәб Абыҙгилдина, Алмабикә Ниғәмәтова, Сәлимә Иҙрисова, Мөнирә Иҙрисова, Зәкиә Йәнсәйетова, Земфира Ниғәмәтова, Фәһимә Ниғәмәтова, Гөлнара Бараҡова, Сания Әхмәтова, Дилбәр Кинйәбаева йөрөй. Улар “Әйҙә шунда ҡатнашайыҡ”, тип мине әйҙәп кенә торалар. Үҙ тырышлығыбыҙ менән сағыу милли күлдәктәр тектерҙек. Дүрт йыл элек үҙебеҙ түшелдерек тегә башланыҡ, ҡашмауҙар эшләп, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ.

 

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас