

Үткән аҙнала шишмә инешен ҡаплап торған йорт урынлаштырылһа, "Йәшел Башҡортостан" акцияһы сиктәрендә шишмә эргәһенә ағастар ултыртылған.
- Быйыл ауыл биләмәһендә ҡоҙоҡтарҙы һәм шишмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Алда тағын төҙөкләндереү планына индерелгән шишмәләр бар, - тиҙәр Аҡьюл ауыл биләмәһе хакимиәтендә.
Һыу - йәшәү сығанағы. Шишмәләрҙе һаҡлайыҡ һәм тергеҙәйек!
Сығанаҡ: район хакимиәте