

Кадастр эштәре электрон платформаһы (ЭПКР) ярҙамында хеҙмәт менән бушлай файҙаланырға мөмкин. Платформаға тура һылтанма буйынса https://vk.cc/cr4o4b йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша инергә була.
Сервис кадастр инженерын үҙ аллы табырға (ЭПКР-ҙа теркәлгәндәр исемлегенән) һәм эштәрҙе башҡарыуға заказды рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә.
Шулай уҡ башҡарыусыға һорау биреү һәм файлдарҙы платформала махсус чаттар аша ебәреү мөмкинлеге бар.
Сервис аша подряд килешеүҙәре төҙөргә һәм уларға һанлы ҡултамғалар ҡуйырға мөмкин, шул иҫәптән "Дәүләт асҡысы" ярҙамы менән дә ҡуллана алаһығыҙ.
Бынан тыш, ЭПКР-ҙа кадастр инженерҙарының эш сифатын баһалау нигеҙендә рейтинг төҙөлә - сервиста аныҡ белгестең эшенә баһа ҡалдырығыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кадастр эше йортҡа һәм ер участкаһына межа планы, техник план йәки тикшереү акты кеүек техник документация төҙөү өсөн кәрәк. Ошондай эше башҡарыу маҡсатында кадастр инженеры саҡырыла ла инде.
Бәхәс килеп тыуғанда кадастр эштәре һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәттәр кешенең милек хоҡуғын яҡларға мөмкинлек бирә.
👉 Дәүләт хеҙмәттәрендә кадастр инженерын ошо һылтанма буйынса табырға була: https://vk.cc/cr4o0d
Шулай уҡ, "Росреестр" порталындағы файҙалы сервистарҙы ҡарағыҙ
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан