Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 21:32

Уларҙың оҫтабикә тигән даны бар!

Халыҡ-ара конкурс ярымфиналистары Әбештән Аҡсәскә Әбделмәнова һәм Мәмбәт ауылынан Нәфия Кәипованы  тағы ла бер тур-һынау көтә. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ

Уларҙың оҫтабикә тигән даны бар!
Уларҙың оҫтабикә тигән даны бар!

Район оҫтабикәләре Әбештән Аҡсәскә Әбделмәнова һәм Мәмбәт ауылынан Нәфия Кәипова “Таҡыя”  балалар өсөн милли костюмдар 1-се Халыҡ-ара конкурсының “Балалар кейемдәре—реконструкция” номинацияһында ярымфиналға сыҡты.  

Конкурсҡа  Рәсәйҙән 60-тан ашыу конкурсант ҡатнашты.  Был бәйге  апрель айында старт алып, 12 сентябрҙә проекттың һайлап алыу туры үтте. Икенсе тур, ярымфиналистарҙың эштәрен яҡлау, 27 сентябрҙә үтә.  Аҡсәскә менән Нәфиәгә уңыштар!

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: