

Ташҡабаҡтан ҡайнатма
Ингредиенттар: 1 кг ташҡабаҡ, 1 ҙур лимон, 800 г шәкәр ҡомо кәрәк.
Әҙерләү :
Ташҡабаҡты тышынан һәм орлоҡтарынан таҙартып, ваҡлап шаҡмаҡлап турарға.
Лимонды тышы менән ҡуша ит үткәргестән йәки ҡырғыстан ҡырып ташҡабаҡҡа ҡушырға ла шәкәр ҡомон һалып болғатырға.
Килеп сыҡҡан массаны төнгөлөккә шәкәр иреп бөткәнсе ултыртып торорға.
Иртән 5 минут уртаса утта ҡайнатырға. Тулыһынса һыуынғас, йәнә утҡа ҡуйып 35-40 минут тирәһе ҡайнатырға.
Ҡайнатма әҙер,.
сәйҙәрегеҙ тәмле булһын
https://vk.com/bashkortvk алынды