Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 04:24

????Файҙалы кәбеҫтәләр????

.

????Файҙалы кәбеҫтәләр????????Файҙалы кәбеҫтәләр????
????Файҙалы кәбеҫтәләр????

🥬Файҙалы кәбеҫтәләр🥬
❇Кәбеҫтәнең төрлөһө бар. Һәр береһен ашауға ғына түгел, ә сәләмәтлекте һаҡлауға, дауаланыуға ла файҙаланырға була:
▪Ҡыҙыл күсәнле кәбеҫтә бронхиттан һәм көслө йүткереүҙән дауа, тиҙәр. Уны ваҡлап турап (100 г), бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бер сәғәт төнәтергә лә, һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
▪Сәскәле кәбеҫтәнең һуты менән гастриттан, диабеттан, бауыр сиренән дауаланырға була. Бының өсөн 150-шәр грамм кәбеҫтә һәм кишер һуттарына өс ҡалаҡ бал, 250 мл һөт ҡушырға кәрәк. Эсемлекте ашарҙан алда эсергә.
▪Брокколи ҙа витаминдарға, файҙалы матдәләргә бай. Уны бешереп, простатиттан дауа рәүешендә лә ҡулланалар икән. 100 г брокколиға 250 мл һыу һалырға ла, биш-ете минут ҡына бешерергә. Көн дауамында шуны әҙ-әҙләп ҡабул итергә.
▪️Пекин кәбеҫтәһе йоҡоһоҙлоҡтан ҡотҡара. 100 г кәбеҫтә япрағын 200 мл һыуға һалып, 20 минут бешерергә лә, һөҙөп, төнгөлөккә эсергә
💚Һау-сәләмәт булығыҙ💚

Автор:
Читайте нас