Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2023, 07:03

Интеллектуаль уйын

Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан, үҙәк район китапханаһы  2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класы уҡыусылары өсөн интеллектуаль уйын үткәрҙе.

Интеллектуаль уйынИнтеллектуаль уйын
Интеллектуаль уйын

Китапханалар, башҡа ойошмалар рәтендә, йәш граждандарға үҙ хоҡуҡтарын белергә һәм хөрмәт итергә ярҙам итергә тейеш. Үҫеп килеүсе быуынды хоҡуҡи тәрбиәләүҙең бер йүнәлеше булып һайлау хоҡуғы, һайлауҙар үткәреү ҡағиҙәләре тураһында белем формалаштырыу тора.

 5 сентябрҙә, Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан, үҙәк район китапханаһы  2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класы уҡыусылары өсөн "Твоя жизнь - твой выбор!" исемле интеллектуаль уйын үткәрҙе.

Сараның төп маҡсаты – үҫмерҙәргә хоҡуҡи белем биреү. Буласаҡ һайлаусыларҙың хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү, һайлау хоҡуғы буйынса белемде пропагандалау, һайлау хоҡуғы, һайлау процесы кеүек мөһим институттарға ҡыҙыҡһыныуҙы актуалләштереү.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Центральная-Районная Библиотека

Автор:
Читайте нас