Степной ауылы халҡы иртәнән әүҙем тауыш бирә. Һайлау участкаһы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан. Бында иртәнән алып күңелле йыр-моң яңғырай. Сауҙа нөктәһе эшләй. Бынан тыш, алтын көҙ темаһына фотозона урын алған. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тәртип һағында тора.
Һайлау комиссияһы рәйесе Рөстәм Йәрмөхәмәтов: "Һайлауға Степной халҡы етди ҡарай. Йылдағыса иртәнсәктән әүҙемлек күрһәтәләр. Балалар баҡсаһы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре йәрминкә ойошторҙо. 3207-се һайлау участкаһына 534 кеше теркәлгән. Һайлауҙа 7 кеше беренсе тапҡыр үҙ тауышын бирһә, һайлау урынына килә алмаған 7 гражданиндың өйҙәренә барасаҡбыҙ", - тине ул.