

-Һайлау хоҡуғына эйә булған йәштән алып, бер һайлауға ла бармай ҡалғаным юҡ. Унда ҡатнашыу, үҙ тауышыңды биреү, минеңсә һәр кешенең гражданлыҡ бурысы. Был яуаплылыҡ, әлбиттә, бәләкәйҙән, ғаиләлә тәрбиәләнә. Атай-әсәйемдәр һайлауҙа һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашҡан. Йыш ҡына: “Элек һайлау байрам кеүек үтә торғайны...”- тип быға тиклем булғандарҙы һағынып иҫкә алғандарын ишеткәнем бар, үҙем дә ҡатнаштым. Күрә белһәң, әле лә һайлауҙар бик матур, ойошҡан күңеллле итеп үткәрелә. Унда үҙен илдең гражданы итеп һанаған һәр кем ҡатнашырға тейеш, тип уйлайым. Тап ошо сара беҙҙең берҙәмлекте, Рәсәй халҡының берләшеүен күрһәтәсәк, - тине Мәрйәм Ниғмәт ҡыҙы.