Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2023, 11:57

Башҡортостанда 101 йәшлек инәй һайлауға килде

-  

Башҡортостанда 101 йәшлек инәй һайлауға килдеБашҡортостанда 101 йәшлек инәй һайлауға килде
Башҡортостанда 101 йәшлек инәй һайлауға килде

Күгәрсен районының Теләүембәт ауылынан 101 йәшлек Мөкәрәм Исхаҡова Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш бирҙе, тип хәбәр итә Республикаға идара итеү үҙәге Күгәрсен районы хакимиәтенә һылтанма менән. 

Ул ғүмере буйына тәүҙә - Тәүәкән, һуңынан Теләүембәт мәктәбендә химия һәм биология уҡытыусыһы булып эшләгән.

«Мөкәрәмә Ибраһим ҡыҙы - хеҙмәт ветераны һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән», - тип белдерҙеләр муниципалитетта.

«Башинформ»ға билдәле булыуынса, Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 12-гә һайлаусыларҙың 16,89% тауыш биргән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-09-10/na-vyborah-v-bashkirii-progolosovala-101-letnyaya-zhenschina-3427908

Автор:Иван Вавилов.
 
Фото:Күгәрсен районы.
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас