Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2023, 09:33

Башҡортостандағы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирергә мөмкин

-

Башҡортостандағы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирергә мөмкинБашҡортостандағы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирергә мөмкин
Башҡортостандағы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирергә мөмкин

"Роспотребнадзор" идаралығының ҡыҙыу линияһы телефоны аша Башҡортостандағы мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһе буйынса һорауҙар бирергә мөмкин:

8 (800) 77-50-170

Хеҙмәт белгестәре мәктәп менюһы өсөн аҙыҡ-түлек, туҡланыуҙы ойоштороуҙа мәктәп хакимиәтенең роле, сәләмәт туҡланыу принциптарын үтәү, шулай уҡ мәктәптә балаларҙың туҡланыуына ата-әсәләрҙең контроллек итеү мөмкинлектәре хаҡындағы һорауҙарға яуап бирәсәк.

👉 Линия 2023 йылдың 15 сентябренә тиклем эшләй, шылтыратыуҙар ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән кесе йомаға тиклем — 10:00-17:00, йома — 10:00-15:45, тәнәфес — 12:00-12:45

"Роспотребнадзор"ҙың Берҙәм консультация үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләй:

8 (800) 555-49-43

Шылтыратыуҙар бушлай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас