Яңылыҡтар
30 Август 2023, 04:43

Юлда барыһы ла контролләнәсәк

Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, район территорияһында үлсәү-контроль комплекстары ҡуйыла башланы

Юлда барыһы ла контролләнәсәкЮлда барыһы ла контролләнәсәк
Юлда барыһы ла контролләнәсәк

Юлдарҙы ауыр йөк машиналары йыш ҡына емерә. Унда яңы ғына асфальт түшәлгән булһа, бигерәк тә ҡыйын. Шуға ла юлдарҙа йөк үлсәү пункттары булырға тейеш. Был автоматик комплекстарҙың төп бурысы - автомобиль юлдарының төҙөклөгөн һаҡлау, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, юл фажиғәләренең һаны кәметеү, юлды ҡарау сығымдарын әҙәйтеү.

 Ошондай ике үлсәү-контроль комплекстары Сибай-Аҡъяр, Юлдыбай-Аҡъяр-Сара автомобиль юлдарында эшләй башлаясаҡ. Әгәр йөк машинаһының ауырлығы норманан арта икән, автомобиль хужаһына штраф һалына.   Был аҡсалар республика бюджетын тулыландырып,  юлдарҙы ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялауға йүнәлтеләсәк. Район юлдарында автоматик комплекстарҙы  ҡуйыу эштәрен тамамлау  2023 йылдың 1 октябренә планлаштырылған.

Администрация Хайбуллинского района

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас