Яңылыҡтар
24 Август 2023, 10:40

Башҡортостанда төндә -2 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә

-

Башҡортостанда төндә -2 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөләБашҡортостанда төндә -2 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә
Башҡортостанда төндә -2 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты республика халҡын ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә.

«Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 25 августа төндә республиканың көнсығышындағы айырым райондарҙа һауа темератураһының 0-дән алып - 2 градусҡа тиклем түбәнәйеүе һәм  ҡырау төшөүе көтөлә», — тиелә ведомствоның хәбәрендә.

Шуны өҫтәргә кәрәк, яҡын көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +3,+8°, көндөҙ +15,+20 градус.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-24/bash-ortostanda-t-nd-2-gradus-a-tiklem-yuytyuy-k-t-l-3402924 

Автор:
Читайте нас