Яңылыҡтар
24 Августа 2023, 09:42

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ

..

Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙҠаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ

Районда 21 августан 25 авгусҡа тиклем “Ҡаршы һыҙат” оператив-профилактик сараһы уҙа.Сараның маҡсаты – юл ҡағиҙәләрендә рөхсәт ителмәгән ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү.

 
 
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ
 
Ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ

Ҡағиҙәләрҙе үтәмәү арҡаһында ағымдағы йылдың ете айында 93 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә, уларҙа 33 кеше һәләк була һәм 154 кеше йәрәхәттәр ала. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ошондай һигеҙ мең хоҡуҡ боҙоу туҡтатыла.
Яза саралары ярайһы уҡ етди: 5 мең һум күләмендә штраф йәиһә 4 айҙан 6 айға тиклем транспорт сараһына идара итеүгә хоҡуҡтан мәхрүм итеү ҡаралған. Икенсегә боҙоу транспорт сараһына бер йылға идара итеү менән язалана.
Профилактик саралар сиктәрендә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре водителдәр менән әңгәмәләр уҙғара, ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙың хәүефле булыуы тураһында һөйләй.
Аварияны анализлауға ярашлы, тиҙлекте арттырыу һәм уҙып китеү ҡағиҙәһен боҙоу юл-транспорт вағиғаларының төп сәбәбе булып тора. Һөҙөмтәлә кешеләр һәләк була һәм йәрәхәттәр ала.
Юл-транспорт ҡағиҙәләрен боҙмағыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Наталья Дударева, ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция капитаны.

 

https://ya.ru/images/search?from=tabbar&img_url=https%3A%2F%2Fsun9-63.userapi.com%2Fimpf%2FDSNBC37yegTountpzmkNZVEeY6d0NfH-TDK9Nw%2FSnrKS0q-sSg.jpg%3Fsize%3D1000x667%26quality%3D96%26sign%3D8e5c171476dbb97c695b1ca6f449b862%26c_uniq_tag%3D2EAiwU6UMA1DHrM0C-68EmcP7JHB-wu5Bi07nBR_Kjw%26type%3Dalbum&lr=101184&pos=13&rpt=simage&text=встречка

Автор:Гульчачак Алачева
Автор:
Читайте нас