Яңылыҡтар
21 Август 2023, 11:49

Берҙәмлектә – көс

Хәйбулла ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә лотереяһын уйнатыуҙы ойошторҙо.

Берҙәмлектә – көсБерҙәмлектә – көс
Берҙәмлектә – көс

“Хәйбулла ирекмәндәре” ирекмәндәр хәрәкәте махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында хәйриә  лотереяһын уйнатты. Сара барышында маскировкалау селтәрен һәм халаттар үреү, һалҡын душ әҙерләү буйынса оҫталыҡ кластары күрһәтелде. Тәмле былау һәм шашлыҡ ашарға теләүселәр өсөн кафе эшләне. Аниматор менән балалар майҙансығы ойошторолдо.

Район ирекмәндәре тарафынан меңдән ашыу билет һатылып, район эшҡыуарҙары, фермерҙары һәм башҡа кешеләр тәҡдим иткән 300-ләп приз уйнатылды.  Эшҡыуар Ринат Бикбов тәҡдим иткән төп приз – телевизорҙы Степной ауылынан Ислам Килдебаев отто.

- Ике билет һатып алғайным. Приз оторға ныҡ теләгәйнем. Уңыш нәҡ миңә йылмайырына ышандым. Ҡыуанысымдың сиге юҡ,  - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Ислам Салауат улы.

Бер нисә сәғәт дауамында барған хәйри концерты һәм билет уйнатыу ирекмәндәрҙең илһөйәрлек менән һуғарылған йыры менән тамамланды. 

Матур сараға килеп, хәрбиҙәргә теләктәшлек белдергән һәм уларға ярҙамға үҙ өлөшөн индергән һәр кем изгелек эшләне, тип ышаныс менән әйтергә була. Халыҡты берҙәмләштергән хәйриә билетын уйнатыуҙы ойошторған район ирекмәндәренә афарин тиергә генә ҡала.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас