

«Башинформ» асыҡлауынса, синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы ял көндәре эҫе, әммә ямғырлы буласаҡ. Мәҫәлән, шәмбе, 19 август, яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ төньяҡта ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13,+18°, көндөҙ +27,+32°.
Йәкшәмбе, 20 августа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Термометр бағанаһы төндә +12,+17°, төньяҡта +7°, көндөҙ +20,+25°, көньяҡта +30°күрһәтәсәк.
Бөгөн, 18 августта, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +28,+33°.
Авторҙары: Дарья Субботина.