Яңылыҡтар
16 Август 2023, 06:29

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте Өфө районында ҡош киҙеүенең сәбәбен атаны

..

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте Өфө районында ҡош киҙеүенең сәбәбен атаныАуыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте Өфө районында ҡош киҙеүенең сәбәбен атаны
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте Өфө районында ҡош киҙеүенең сәбәбен атаны

Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр предприятиела бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлаған.

 
 
Башҡортостан Россельхознадзоры Авдондағы ҡош киҙеүе таралыу сәбәптәрен атаны
 
Башҡортостан Россельхознадзоры Авдондағы ҡош киҙеүе таралыу сәбәптәрен атаны

Башҡортостан Россельхознадзоры Өфө районының Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡош киҙеүе таралыу сәбәптәрен атаны. Россельхознадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, белгестәр предприятиела бер нисә тапҡыр ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлаған, мәҫәлән, биләмә кәртәһе емерелгән һәм ҡырағай ҡоштар осоп инә алған. Тап ошо сәбәптәр сир таралыуға килтереүе мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 9 августан «Башинформ» ҡошсолоҡ фабрикаһында ҡоштарҙың ҡош киҙеүе билдәләре менән сирләүе, күпләп ҡырылыуы теркәлгән.  Вирус лаборатор тикшереүҙән һуң раҫландыҠоштарҙы яндырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Предприятие хеҙмәткәрҙәре араһында сирләүселәр теркәлмәне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө районында карантин индереү хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы. Унда яҙылыуынса, Авдон ауылындағы «Башҡорт» ҡошсолоҡ фабрикаһында юғары патогенлы  ҡош киҙеүе сығанағы теркәлгән. Хәүефле зонала - Авдон, Жуков, Сергеевка һәм Уптин ауылдары, ««Гарнизонный», «Дубрава», «Отдых», «Солнечный-3», «Рябинушка» һәм «Эталон» баҡсасылыҡ ширҡәттәре. 10 саҡрым радиустағы тораҡ пункттар күҙәтеү зонаһы булараҡ билдәләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-08-15/rosselhoznadzor-bashkirii-nazval-predvaritelnuyu-prichinu-vspyshki-ptichiego-grippa-v-avdone-3389691

Автор и фото: башинформ.ру

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-08-15/bash-ortostan-rosselhoznadzory-avdonda-y-osh-ki-e-e-taralyu-s-b-pt-ren-atany-3389803

 

Автор:Фируза Рахматуллина 
Автор:
Читайте нас