

“Башҡорт аты” Халыҡ-ара фестиваль майҙансығында “Башҡорт тоҡомло аттар араһында иң яҡшылары” конкурсы ойошторолдо.
“Аҡбуҙат” ипподромы, республиканан йылҡысылыҡ заводтары, фермерҙар, ауыл хужалығы предприятиеларынан башҡорт тоҡомло аттар килтерелгән. Хәйбулла района Степной ауылынан Илгиз Тазетдиновтың Алан, Сайпан, Азив ҡушаматлы айғырҙары ла конкурста ҡатнаша.
Аттарҙың башҡорт тоҡомлоһона ярашлылығын республика йылҡысылыҡ белгестәре баһалай. Һөҙөмтәләр бөгөн кискә иғлан ителәсәк.