Яңылыҡтар
11 Август 2023, 10:11

Хәйбуллалар - "Башҡорт аты" фестивалендә

Мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш белгесе Владик Вәлиев үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты

Хәйбуллалар - "Башҡорт аты" фестивалендәХәйбуллалар - "Башҡорт аты" фестивалендә
Хәйбуллалар - "Башҡорт аты" фестивалендә

- "Башҡорт аты" фестивалендә икенсе тапҡыр ҡатнашабыҙ. Әле "Ылаҡ" уйыны бара, унда команданан дүртешәр кеше ҡатнаша. Егеттәрҙең кәйефе яҡшы. Борондан башҡорт халҡын атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәмғиәт үҫешә барған һайын, һыбайлынан көс, етеҙлек һәм таҫыллыҡ талап иткән, ат менән бәйле уйындар барлыҡҡа килеп торған. Беҙҙең район да йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, үткән ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Бындай саралар үтеп торһон һәм халыҡтың берҙәмлеген нығытһын,- тине Владик Вәлиев.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас