Яңылыҡтар
11 Август 2023, 09:18

Фестиваль үҙ эшен башланы

Бөгөн Баймаҡ районының Граф күле янында "Башҡорт аты" фестивале үҙ эшен башланы.

Фестиваль үҙ эшен башланыФестиваль үҙ эшен башланы
Фестиваль үҙ эшен башланы

Сара республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу өсөн үткәрелә. Фестивалдең программаһы бик бай һәм йөкмәткеле. Тәүге көнөндә "Ауҙарыш", "Ирәндек мәргәне", "Ылаҡ уйыны", "Тай-тулаҡ" кеүек ат ярыштарының һайлап алыу туры үтә. Шулай уҡ һөнәрселәрҙең "Оҫталар ҡаласығы"күргәҙмәһе эшләй. Көндө бкшҡорт эстрадаһының йәш артистарының сағыу концерты йомғаҡлаясаҡ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина.
Автор:
Читайте нас