Яңылыҡтар
10 Август 2023, 06:57

Башҡорт аты

.

Башҡорт атыБашҡорт аты
Башҡорт аты

Башҡорт аты — Көньяҡ Урал өсөн эндемик аттар тоҡомо. Ҡырҡа континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә тибенлектә йөрөргә өйрәнгән урындағы дала һәм урман тоҡомдарынан килеп сыҡҡан. Башы ҙур, тура ҡабырғалы, киң маңлайлы. Ҡыҫҡа ҡалын муйынлы, түбән мундалы, киң тура арҡалы, түбән осалы. Башҡорт аты XVII—XVIII быуаттарҙа киң таралған булған. Өфө һәм Ырымбур губерналарында үрсетелгән, Пермь, Ҡазан һәм Һамар губерналарында һәм Көнбайыш Себерҙең почта юлдарында осраған. 8 сәғәт эсендә ял итергә туҡтамай һәм ашатмай 120—140 км юлды үтеп булған башҡорт өслөләре (тройка) киң билдәле булған.

Башҡорт аты ултыраҡ тормошта йәшәгән, әгәр күсенһә лә алыҫ араға күсмәй торған, халыҡ аты. Шуға ла аттар, һыбай йөрөүгә ҡарағанда, ауыл хужалығы эшенә яраҡлашҡан. Ул артыҡ сандыр (ҡоро һөйәкле, ябыҡ) түгел, үҫешкән һөлдәһе бар, осаһы (арт яғы) ныҡ иңкеү түгел, ләкин аяҡтары мыҡты һәм көслө, шулай уҡ тояҡтары бик ныҡ. Бик сыҙамлы, тыныс тәбиғәтле. Элек башҡорт аттарының һаны 600 меңгә тиклем еткән.

Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан. Өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары аша ул юғары баһалана. Оҙаҡ ваҡыт шәп сабып йәки йылдам юрғалап барыу һәләте 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында яҡшы билдәләнелә. Был һыбайлыға уҡтан мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек биргән. Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгәндәр.

Автор:
Читайте нас