

Ҡамыр өсөн кәрәк була:
маргарин - 1 пачка(150гр),
kаймаk - 3 аш kалағы,
шәкәр kомо - 2 аш kалағы,
он - 2 стакан,
разрыхлитель - 1 пачка(10гр).
Әҙерләү :
Маргарин, шәкәр, ҡаймаҡты бергә туғыйбыҙ. Яkшылап туғығандан һуң разрыхлитель ҡушып бутайбыҙ. Аҙаҡ он өҫтәй-өҫтәй kамыр баҫабыҙ, йомшаҡ килеп сыға, ҡамыр ҡулға йәбешергә тейеш түгел.
Ҡамырҙы 8 сәғәткә hыуытҡысҡа алып торабыҙ. Эре тёрканан үткәреп, 20 минут 180 градуслы духовкала бешерәбеҙ.
Крем өсөн кәрәк була:
ҡуйыртылған һөт (сгущёнка) - 1 банка (380 гр),
аk май - 1 пачка (150 гр)
Ҡуйыртылған һөттө hәм аk майҙы бергә венчик менән туғыйбыҙ.
Йыйыу:
Бешкән ҡамырҙы бутайбыҙ крем менән. Тарелкаларға матур итеп өйәбеҙ, 4 сәғәткә һыуытҡысka алып торабыҙ.
🫖Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ☕
https://vk.com/bashkortvk алынды