Яңылыҡтар
4 Августа 2023, 06:16

Тауыҡ ите менән пицца

.

Тауыҡ ите менән пиццаТауыҡ ите менән пицца
Тауыҡ ите менән пицца

🟨Ҡамыр: 1 стакан он, 10 г. ҡоро сөпрә, ярты стакан һөт, ярты балғалаҡ тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр ҡомо.
🟧Эслек: 600 г. тауыҡ ите, 3 помидор, 6 аш ҡалағы майонез, 3 тырнаҡ һарымһаҡ, 1 татлы борос, 2 кишер, 1 баш һуған, 3 аш ҡалағы май, тәменсә укроп һәм петрушка.
🟩Ҡамырҙы йәйеп майланған табаға һалырға ла, туралған кишер менән һуғанды табала ҡыҙҙырып, ҡамыр өҫтөнә тигеҙләп йәйергә.
🟥Бешкән тауыҡтың итен һөйәгенән айырып ваҡ итеп турарға һәм кишер менән һуған өҫтөнә һалырға. Унан һуң эре итеп туралған помидор, татлы боросто теҙеп сыҡҡас, туралған һарымһаҡ ҡушып болғанған майонез һыларға.
🟨20 минут духовкала бешереп алғандан һуң йәшеллек менән биҙәп табынға бирергә.
🍕Аштарығыҙ тәмле, өҫтәлдәрегеҙ йәмле булһын❤

Автор:
Читайте нас