Яңылыҡтар
4 Август 2023, 06:12

Сөсө икмәк

.

Сөсө икмәкСөсө икмәк
Сөсө икмәк

✅500 грамм кефирға ярты сәй ҡалағы сода һалабыҙ. Бер сәй ҡалағы тоҙҙо ярты стакан ҡайнар һыуҙа эретеп ҡушабыҙ, ярты стакандай көнбағыш майы (йәки 2-3 аш ҡалағы һары май ), иләнгән он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ.
✅Ҡамырҙы йоморо ғына өлөшкә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғандан һуң сәнске менән уртаһынан тишкесләп сығып ҡыҙыу мейескә бешерергә оҙаттым (180°).
✅Ярты сәғәт тирәләй ваҡыт эсендә бешеп сыға.

Автор:
Читайте нас