

Ҡамыр баҫыу өсөн:
400 г он
120 г маргарин
100 г шәкәр
2 йомортҡа
1 балғалаҡ ҡабартҡыс(разрыхлитель)
Эслек өсөн:
250 г еләк
Өҫтөн йөҙләү өсөн:
200 г ҡаймаҡ
100 г шәкәр
2 йомортҡа
2 ҡалаҡ он кәрәк буласаҡ.
Әҙерләү :
Башта йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.
Маргаринды иретеп бер аҙ һыуытырға ҡуябыҙ. Шунан йомортҡа менән бергә ҡушып бутайбыҙ.
Ҡабартҡысты онға һибеп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Бәлештең өҫтөн йөҙләү өсөн йомортҡаны шәкәр менән ҡушып туғыйбыҙ.
Ҡамырҙы табаға йәйеп һалабыҙ ҙа өҫтөнә еләк һалабыҙ һәм өҫтөн туҡылған шәкәрле йомортҡа менән йөҙләйбеҙ.
▪️Бәлеш духовкала (200 градус С), 35 минутта бешеп сыға.
🫖Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
https://vk.com/bashkortvk алынды