Яңылыҡтар
4 Август 2023, 06:06

Ҡабартма тәмле эслек менән/пончики с начинкой/

.

Ҡабартма тәмле эслек менән/пончики с начинкой/Ҡабартма тәмле эслек менән/пончики с начинкой/
Ҡабартма тәмле эслек менән/пончики с начинкой/

✳Ингредиенттар:
🔹Һөт 250 мл
🔹Маргарин (йәки аҡ май) 60 г
🔹 Йомортҡа 1 дана
🔹тоҙ 0,5 балғалаҡ
🔹шәкәр-3 балғалаҡ
🔹 әсетке(сухие дрожжи) 6 г
🔹Һыу 1/4 стакан
🔹ванилин 1 пакет
🔹он 600-650 г
✳Әҙерләү:
🔹Һөттө һыу менән бутап, бер аҙ йылытырға.
🔹Әсетке һәм шәкәрҙе ҡушып болғалға, 10-15 минутҡа йылыға ҡуйып торорға.
🔹Әсетке "күперһә"йомортҡа, ванилин, тоҙ, иретелгән май өҫтәргә һәм яҡшылап болғатырға кәрәк, аҙағынан он өҫтәп ҡамыр баҫырға .
🔹Ҡамыр ҡулға йәбешмәгән, бик ҡаты ла, ныҡ йомшаҡ та килеп сыҡмаҫҡа тейеш.
🔹Ҡамырҙы пленка менән ҡаплап,йылы урында 1-1,5 сәғәткә ҡалдырырға.
🔹Ҡамыр ике тапҡырға артып ҡалҡырға тейеш.
🔹Артабан ҡамырҙы 2 өлөшкә бүлергә, һәр бер өлөшөн 1см ҡалынлыҡҡа тиклем йәйергә.
🔹Стакан менән туңәрәкәй итеп ҡырҡырға һәм өҫтөн ябып 10 минут йылы урында ҡалдырырға.
Ҡабартмаларҙы үҫемлек майы күберәк ҡойоп ике яҡтан ҡыҙғылт төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырырға, утын ныҡ ҡыҙыу итмәй генә.
🔹Әҙер ҡабартмаларҙы артыҡ майҙы бөтөрөү өсөн ҡағыҙ таҫтамалдарға йәки салфеткаларға һалырға.
🔹Кулинар шприц ярҙамында эслеген тултырып өҫтөнә шәкәр рудаһы һибеп өҫтәлгә бирергә.
Эслеккә ҡайнатма(варенье), джем, повидла йәки ҡуйыртылған һөт (сгущёнка) ҡулланырға була.
🫖Сәйҙәрегеҙ тәмле, шифалы булһын!☕

https://vk.com/bashkortvk алынды

Автор:
Читайте нас