

Кисә десантсылар Аҡъяр ауылының Еңеү паркында урынлашҡан “ҡанатлы пехота” һәйкәле янында йыйылышты. Йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың һөйләшер һүҙҙәре, уртаҡ фекерҙәре бөтмәҫ-төкөнмәҫ.
Сараны район хакимиәте башлығының сәнәғәт һәм экология буйынса урынбаҫары вазифаһын Юлай Ибраһимов асып, десантсыларҙы ҡотлап, ветеран хәрәкәте үҫешенә тос өлөш индергән Юрий Ноғоманов, Ришат Килдебаев, Илһам Ҡашҡаров, Әхмәт Хәмиҙуллин, Флүр Үтәмишев, Риф Юлдашбаев, Леонид Серго, Александр Буренин, Илнар Таһиров, Роберт Күсәков, Кинйәбай Солтанғәлиевтарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.