

Кешеләрҙе үткәндәре өсөн хөкөм итергә ашыҡмағыҙ — һеҙ әле үҙегеҙҙең киләсәгегеҙҙе белмәйһегеҙ.
Был тормошта иң ҡиммәтле һүҙ — кешегә тере сағында әйтелгән йылы һүҙ.
Аҡсаһы күп кеше бәхетле түгел – балаһы һау кеше бәхетле.
Әйткән һүҙҙәр өсөн ҡайһы саҡ үкендерә. Шуға әйтмәй ҡалған һүҙҙәр өсөн үкенмәгеҙ.
Һинең арттан һәр ваҡыт өсәү күҙәтә: юғарынан — Аллаһ, эстән — намыҫ, тыштан — кешеләр...
Һинең турала яҡшы, ә башҡалар тураһында насар һөйләгән кешегә ышанма.
Рәхмәтле булып йәшәй белгән кешенең доғаһы бары ике һүҙҙән тора — «Аллаһҡа шөкөр!»
📌 Матурлыҡ иғтибарҙы, изгелек йөрәкте яулай.
📌 Аллаһты үҙеңә яҡшы саҡта иҫкә ал — ул һиңә ауыр саҡта һине иҫенә төшөрөр.
📌 Кемгәлер насар була башлағанығыҙ икән, тимәк, ул кеше өсөн һеҙ күп яҡшылыҡ эшләгәнһегеҙ.
📌Кемгәлер күңелегеҙҙе бушатырҙан алда уның "һауыты" тишек түгелме икәненә ышанып алығыҙ.
📌 Был донъянан үҙең менән бер нәмәне лә алып китеп булмай. Ләкин үҙеңдән һуң нимәлер йә кемделер ҡалдырырға була