

«Башинформ»ға Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, дүшәмбе, 24 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +22, +27°.
25 һәм 26 июлдә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Төндә +11, +16°, көндөҙ +23, +28° йылы.