

Һеҙ - оҫта һөнәрсеме? Халыҡ-художество кәсептәре йәки ауыл, экологик туризм менән шөғөлләнәһегеҙме? Ләкин яратҡан шөғөлөгөҙҙө нисек аҡсаға әйләндерергә белмәйһегеҙме?
Башҡортостанда оҫталарға һәм һөнәрселәргә ярҙам итәләр. Әгәр үҙ эшеңде асырға теләһәң, Халыҡ-художество кәсептәре, ауыл һәм экологик туризмдың һөнәрселек эшмәкәрлеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был - республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлығына ҡараған «Минең бизнесым» үҙәгенең кәсепселәргә һәм һөнәрселәргә комплекслы ярҙам күрһәтеү өсөн ойошторолған инфраструктура бүлексәһе https://vk.cc/cpAChZ.
Ниндәй ярҙам алып була?
Халыҡ-художество кәсептәре үҙәге белгестәре кәңәштәр бирәсәк (шул иҫәптән хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ла), дәүләт ярҙамы алырға, продукцияны баҙарға сығарырға ярҙам итәсәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмә майҙансыҡтарында, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға йәлеп итәсәк, маркетинг процестарын ойошторорға һәм электрон сауҙа майҙансыҡтарына сығырға, шулай уҡ үҫеш өсөн кәрәкле уҡыу үтергә ярҙам итәсәк.
Үҙәктең адресы: Өфө ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 37, 3 ҡат. Телефон: 8 (347) 224-99-99.
Тағы ла бер эш ҡоралы - район хакимиәтендә үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә мөрәжәғәт итеү. Был властың бизнес менән үҙ-ара эш итеүендә уңайлы ысул. Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу өсөн булдырылған төркөмөндә республиканың төрлө төбәктәренән ошондай проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу миҫалдары тупланған.
Бизнесҡа ярҙам итеү буйынса мөһим саралар менән танышыу өсөн Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына күҙ һалығыҙ: https://vk.cc/9gly2i. Шунда уҡ үҙегеҙҙең проектты теркәргә мөмкин.
Төбәктә һөнәрселәргә нисек ярҙам итеүҙәре хаҡындағы мәғлүмәт менән Башҡортостан Башлығы үҙенең сәхифәһендә таныштырҙы.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан