

Аҡъяр ауылында йәшәүсе Венер Салауатов та моңға ғашиҡ. Тилбер бармаҡтары менән көмөш телдәргә баҫып гармунын уйнап ебәрһә, күңелгә моң тула, донъялар йәмләнеп киткәндәй була. –Бала саҡта миңә гармун шул тиклем матур, серле, мөғжизәле уйын ҡоралы булып күренә ине. Ғүмер буйы атайым баянда уйнаны, шуға күрә миңә был музыка ҡоралы бик яҡын. Үҙем бәләкәй саҡтан, көсөм етмәһә лә, баянды ултырғысҡа ҡуйып күректәрен тарта инем, ә беренсе класҡа уҡырға килгәндә, ике ҡуллап иркен уйнай инем,–тип һүҙен башланы Венер Марс улы.
Ул Подольск мәктәбен бөткәс, армияға алына. Хеҙмәттән ҡайтҡас, совхозда водитель булып эшләй. Йәш егеттең күңеле музыкаға тартыла. Әҙел ауылында бер йыл уҡытҡас, Сибай институтында музыка уҡытыусыһы һөнәренә уҡып, ҡулына диплом ала. Шунан һуң Аҡъяр балалар музыка мәктәбендә педагог, директор вазифаларын башҡара. Артабан Балалар ижад йортонда күп йылдар балаларҙың музыка яҡтан һәләттәрен аса.
Әле ул билдәле “Рух” төркөмөндә йырлай, район ҡурайсылар ансамбле ағзаһы. Төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, уңыштары ла тос.
Оҫта гармунсы Венер Марс улы быйыл Яңауылда уҙған Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика конкурсында дипломға лайыҡ булды, шулай уҡ “Мораҙымдың моңло хазинаһы” тигән исем аҫтында халыҡ ижады район фестивалендә Хәлит Мусин исемендәге призға гармунсылар, тальянсылар, баянсылар араһында Гран-при яулай. –Бәйге бик оҡшаны. Конкурстың маҡсаты булып халыҡ музыка уйын ҡоралдарында башҡарыу традицияларын һәм районда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү торҙо. Республика асыҡ халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашып, күркәм сараға, хозур тәбиғәткә һоҡланып, матур кешеләр менән танышып, һәләтле гармунсылар менән осрашып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, бөтә үткән бәйгеләрҙә ҡатыным Гөлиә Шәрифулла ҡыҙы менән бергә йөрөйбөҙ, ул минең ярҙамсым,–тине мәҡәлә геройым.
Гармун моңо аша яҡташтарының күңелендә йылы хис-тойғолар уятыусы Венер Салауатов артабан да йәнтөйәген йәмләп йәшәһен, гармун моңо был тарафтарҙа һис ҡасан өҙөлмәһен.
Гүзәл Бохарбаева.