

–Райондың хәл-ваҡиғаларын ошо берҙән-бер милли баҫма аша белеп торабыҙ, шуға күрә райондаштар гәзитте алдырһындар, уҡыһындар ине. Тормош иптәшем менән гәзиттең һәр битен ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ. Интернеттағы мәғлүмәт башҡасараҡ бит, уҡының да оноттоң, гәзитте ҡулға тотоп уҡығанға етмәй барыбер. Ни тиһәң дә, гәзиттәге мәғлүмәтте икенсерәк ҡабул итәһең. Артабан да райондың йөҙө яҡтыртылып барһын, райондаштарыма һаулыҡ теләйем,–тине Зөлфиә Мәмбәтова.